Йорт аты

Википедия ? ирекле энциклопедия м??л?м?те
Йорт аты
Ф?нни классификация
Халы?-ара ф?нни исеме

Equus ferus caballus ( Linnaeus , 1758 )


Викит?рк?мд?
Систематика

р?сем э?л??
р?семд?р


Ат, Йорт аты ( лат.   Equus ferus caballus ) ? аттар ырыуынан бул?ан бер??н-бер йомро тоя?лылар ?аил??е; йомро тоя?лы, ялбыр ?ыл ?ойро?ло, яллы эре йорт хайуаны. Ме?гег?, еккег? ?йр?телг?н, кешег? хе?м?т ите?се эре мал [1] ; кешене, й?кт? ?.б. й?р?т??, ташыу ?с?н фай?аланыла тор?ан, йомро тоя?лы эре йорт малы, ат [1] .

Йыл?ы ? ирекле й?р?г?н ?й?р аты; ат [2] . Ме?гег? ??м еккег? ?йр?телм?г?н, то?ом, ?у?ым, ?ымы? ?с?н ??терелг?н ат то?омло эре мал. Артабан ?йр?телг?нд?н ?у? АТ була ала.

Ат бе??е? эра?а тиклемге 4-се ме? йыллы?та у? ?ул?а эй?л?штерелг?н. Кешелекте? рухи тормошонда, х?рби эшт?, хужалы? ите??? атты? ???ми?те ?ур. Аттар ауыл хужалы?ында ер ешк?рте?, й?к ташыу, ?ыбай й?р?? ?с?н фай?аланыл?ан. Х?рби эшт? атланып й?р??, х?рби припастар ташыу, артиллерияны ??йр?п й?р?? ?с?н фай?аланыл?ан. Ат спорт уйындарында ?атнаша. А?ы?-т?лек сы?ана?ы булара? йыл?ысылы? бик к?п халы?тар?ы? т?п ш???лд?рене? бере?е. ?ымы? етештере?, йыл?ы ите етештере? табышлы тарма? булып и??пл?н?.

Ш?лг?нташ м?мерй??еенд?ге ??р?тт?р (йыл?ы ??р?те уртала)
Иск?нд?р З?л??рн?й Буцефалда ( Сидон саркофагы)
Фин почта марка?ында йылкы

Был б?лек ?ай?андыр к?серм?, я?ынан я?ыр?а к?р?к!

Т??т?ре буйынса б?ленеш [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Улар?ы? т??т?ре ??м т??с?л?ре бик к?п. ???имге а?, ?ара, ?оро, ала т??т?р??н, ?атнаштарынан тыш, т?рл? урында?ы таптары буйынса ла айырылалар. Йыл?ысылы?та а? т?? хупланмай, с?нки альбинослы? кире к?ренеш тип и??пл?н?. Т?п т??т?рг? ту?талайы?.

  • Ер?н (рыжий) ? ?ы?ыл мен?н ?ары ?атыш, ?ы??ылт ?ары (?ан ер?н, ?ола ер?н, са?ыу ер?н ?.б. т??с?л?ре була).
  • Саптар (игреневый) ? ялы ??м ?ойро?о сал бул?ан ер?н ат.
  • Туры (гнедой).
  • ?оба туры (каурий) ? ?ара- ?ы?ыл, ял-?ойро?о ?ара т??т?ге ат (?ара туры, ?обау туры, ?ы?ыл туры ?.б.)
  • ?ола (саврасый), а? ?ола (буланый) ? ??е ?ары, ?ойро?, ялы ?ара ат.
  • Бу? (сивый), а? бу? (светлосивый) ? к?л?ыу к?гелйем т?? (а? бу?, к?к бу?, ?ара бу?).
  • К?к, к?кс?й, к?кс?н?й ? к?к бу? т??т?? т?р??ре.
  • Тимерг?к ? ?ара?ыу бу?, ?орос т???нд?ге ат.
  • Бурыл (чалый) ? бу? мен?н ?ара ?атыш.
  • Кир (мухортый) ? ?ар?ылт туры т??.
  • Б?рт? (караковый) ? а? мен?н туры ?атыш т??.
  • Ала (пегий) ? а? мен?н бер?й т?? таптары ?атнаш?ан.
  • Алмасыбар (в яблоках) ? бу? т?? ??т?н?н тимгел-тимгел ?ара таптар ят?ан т??.

Й?шт?ре буйынса б?ленеш [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  • ?олон ? ай?ыр ?олон, бей? ?олон. Бер й?шк? тиклемге й?ш ат. Бер й?шлек бул?ас, ?олондо? ялын, ?ойро?он ки??л?р ??м ?ыр?мыш тиг?н атама бир?л?р. Ай?ыр ?ыр?мыш, бей? ?ыр?мыш Й?ки яба?а(яба?а тай).
  • Тай ? ике й?шк? тиклем.
  • ?онан (ирк?к мал?а), ?онажын (ор?асы мал?а). Ике й?шт?н ?с й?шк? тиклемге йыл?ы малы.
  • Д?н?н, д?н?жен. ?с й?шт?н д?рт й?шк?с?.
  • Д?рт й?шт?н ирк?к мал?а ай?ыр. Ор?асы мал?а беренсе ?олон?а тиклем байтал, ?олонла?ас, бей?.
  • Артабан ?олонлама?ан бей? тыу(?ы?ыр) бей?. ?олон?о? ай?ыр ? ???ерек. Ат?а ?йл?ндерелг?н ай?ыр ? алаша.

?ай?ы бер атамалар [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  • Ат к?т??е т?гел, йыл?ы ?й?р?. ?й?р?? бер ай?ыр й?р?т?. К?? ??м ?ыш ай?ыр?ар йыуашай?ас, бер нис? ?й?р берг? ?ушыла, табын барлы??а кил?. Уны йыл?ы табыны ти??р.
  • Йыл?ы ите ти??р, ? ат ите т?гел. Шулай у? ат ??т? тип аталмай, ? бей? ??т? тип й?р?т?л?.
  • ?ыра?ай аттар ? тарпан тип й?р?т?лг?н. Х??ер улар ю?, с?нки ?ырып б?т?р?лг?н.
  • Юр?а ? ете? й?р?шл?, ш?п сабыусы йыл?ы малы. Ике у? ??м ике ?ул ая?ты бер юлы алдырып саба.
  • Н??ел дауам ите? ?с?н ?айлап ?алдырыл?ан йыл?ы малы ? ?ур мал тип й?р?т?л?.
  • Аттар ??м ?имертеп ?уйыу?а б?ленг?н баш?а т?р йыл?ы малы ? ?ы?ыры? ?й?р.

?аны [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  • Донъяла 1913 йылда ? 102 миллион, 1937 йылда ? 115 миллион, 1975 йылда 65 миллион, 2006 йылда 58 миллион 372 ме? 106 ат була.
  • Р?с?й?? 1916 йылда ? 38,2 миллион, 1941 йылда СССР-?а ? 21,1 миллион, 1956 йылда ? 13 миллион, 1970 йылда ? 7,5 миллион, 1980 йылда 5,6 миллион йыл?ы малы и??пл?нг?н. 2006 йылда Р?с?й?? 1 миллион 319 ме? 358 ат була.
  • 1845 йылда Ырымбур губерна?ында 1 миллион 852 ме? йыл?ы бул?ан. 1850 йылда ошо губернала й?ш??се баш?орттар?а ?ына ла 569 979 баш йыл?ы и??пл?нг?н.
  • Б?й?к Ватан ?у?ышы алдынан Баш?ортостанда 524 ме? ат и??пл?н?. 1987 йылда 160,7 ме? баш йыл?ы а?рал?ан.
  • Ат ?аны буйынса Баш?ортостан Я?ут-Саханан ?ала икенсе урында. Р?с?й?екене? ундан бер ?л?ш? бе??е? республика?а тура кил?.
  • 1990?2011 йылдар арауы?ында бе??? аттар 70 ме? баш?а к?меп, 2012 йыл?а 123 ме? баш и??пл?нг?н. Ошо йылдар?а к?ме? к?м?к хужалы?тар?а, ойошмалар?а тура кил? ? 40 ме? 400 баш?а тиклем. Ш?хси хужалы?тар?а, кире?енс?, к?б?йг?н. Кр??ти?н (фермер) хужалы?тарында 2000?2011 йылдар?а 11 тап?ыр?а артып, 2012 йыл башына 17 ме? 700 баш?а иш?йг?н.

Ат ? баш?орт м???ни?тенд? [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Баш?орт ?ыбайлы

Яу толпар?ары [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Баш?орттар?а атланып й?р?рг? менге аттар, сана?а, арба?а егерг? екке аттар ??м айырым яу аттары ? яу сабыр?а ??ерл?нг?н аттар бул?ан. Яу толпар?ары х?рби походтар?а хужаларына то?ро ипт?ш ?анал?ан. Баш?орт яугир?арыны? дошмандар?а ?аршы алыштар?а яула?ан е?е???ренд? баш?орт аттарыны? к?сл?, ??й?т сы?амлы булыуы ла ?ур роль уйнай.

1812 йыл?ы Ватан ?у?ышынан ?у? баш?орт яугир?ары ≪Т?нья? амур?ары≫ тиг?н исем мен?н тарих?а ин?. Аты бул?а, баш?орт яугиры алдында?ы б?т?н урман, тау-таш, т?р?н кисе???р?е ?те?, бо?ло-ям?ырлы к?нд?р?? л? дошман мен?н алышыу, баш?а ауырлы?тар?ы е?еп сы?ыу бер ни торма?ан.

Баш?орт ?ымы?ы [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Баш?орттар?а ?ымы? беше? сер??ре ны?лы ?а?ланып, быуындан быуын?а тапшырыла кил?. Баш?орт то?омло бей?л?р ??т?н?н эшл?нг?н ?ымы? айырыуса сих?тле сифаттар?а эй?. ??ене? и?т?лект?ренд? я?ыусы, я?ташыбы? Сергей Аксаков былай тип я?а:

Я? етеп ер асыл?ас, ту?ай-болондар хуш е?ле й?шеллек мен?н ?аплан?ас та ?ыш?ы?ын ябы??ан аттар ти? ген? к?р?йеп ала ??м баш?орттар ?ымы? ??ерл?? эшен? тотона. Бер а??ан й?ш балалар?ан алып ?арыуы ?айт?ан ?арттар?а тиклем был шифалы эсемлекте эс? башлай. А? ?ына ва?ыт эсенд? о?он ?ал-?ын ?ышты аслы-ту?лы ?тк?ре???н барлы??а килг?н ауырыу?ары ?ыпырып алдандай ю??а сы?а. Кешел?р?е? ябы?ыу?ан ?уры??ан й????ре тулыланып, й?ш?реп кит?. Хатта сабый?ар?ы?, й?шт?р?е? ген? т?гел, ?арттар?ы? бит остарына ал?ыу т?? ?уна.

Ат тире?ен?н эшл?нг?н ?аба [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Шифалы эсемлекте ?алып й?р?т?? ?ауыттарын да баш?орттар йыл?ы тире?ен?н я?ап ал?ан. Хал?ыбы??ы? тормош-к?нк?решен ?йр?нг?н этнограф ?алимдар, с?й?х?тсел?р йыл?ы тире?ен?н ? к?нд?н эшл?нг?н ?ауыттар?ы? к?бе?е й?й??? булыуына и?тибар итк?н. Улар?ы? т?б? ген? ?оршап тегеп ?уйыл?ан. Mуйын, баш, бот тирел?ре тотош ?ы?ырып алып эшк?ртелг?н. Баш тире?ен?н я?ал?ан башк?н?кк? бей?л?р?е ?ау?андар. ?ымы? ?ауыттары ? тур?ы? та, ?аба ла к?нд?н бул?ан.

Йыл?ы ите ? дауа [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Йыл?ы ите ? баш?орттар?ы? и? ярат?ан ризы?ы. Уны? с?л?м?тлекк? л? шифа?ы ?ур.

Ул ?ына ла т?гел: аттар дарыу?ар я?ау?а туранан-тура ?атнаша. Бактериология институттарында донор аттар?ы? ?анынан гангрена ? т?нде? ?лекл??е, столбняк ? ?е?ер??р тартышыу, дифтерия ? балалар?ы? тама? сире, ботулизм ? а?ы?тан а?ыуланыу ке?ек ?ур-?ыныс сир??рг? ?аршы дарыу?ар эшл?н?.

Баш?орт хал?ында ат образы [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Ат образы баш?орт фольклорында бик ки? тарал?ан. Борон хал?ыбы? атты культ?а ?йл?ндерг?н, изгелекле хайуан тип ?ара?ан. Был я?ма сы?ана?тар мен?н д? ра?лана. М???л?н, 922 йылда Волга, Урал буйында булып китк?н ??р?п илсе?е ибн Фа?лан, баш?орттар ун ике раббы?а табына, шул раббылар?ы? бере?е ? йыл?ы, тип я?ып ?алдыр?ан. Ат баш?орт эпостарында батыр?ы? у? ?анаты булара? ??р?тл?н?.

Халы? ижады [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Халы? ?йт??, ха? ?йт? [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  • Туп?а?а, ?ик?лт?г? да?а ?а?ыу йола?ы бар. Кешене? яман уйы, яман ???е шул да?а?а эл?геп ?ала тип ?анала. Да?а ен-шайтандан да ?а?лай. Уны ?а??ан са?та:
«

? Шайтан килм??ен ?с?н,
Х?р?м керм??ен ?с?н,
Тел-теш ба?ма?ын ?с?н,
Б?р?к?т ?асма?ын ?с?н, ?

»

тип ?ама?лай?ар. Ул да?а я?ы т?гел, ? ат тоя?ынан т?ш?п ?ал?ан булыр?а тейеш. С?нки ат тоя?ы ?атынан да ?аты и??пл?нг?н, унда?ы да?а ла ?аты тип ?анал?ан.

  • Йорт тир??ен? тел-теш ?а?ылма?ын ?с?н к?рт?-?ура ба?ана?ына йыл?ыны? башын, салыу ??й?ген кей?ереп ?уйыу ырымы бар.
  • Я? етк?с, арба юлы т?шм?? элек, й?ш ?олон к?рерг? к?р?к. Шул са?та йыл буйы ?олон шикелле е?ел й?р?р???, ?ау-с?л?м?т булыр?ы?.
  • Тирл?г?н ат?а ?апыл ?ыу эсерерг? ярамай, ю?и?? ул ≪э?ел?й булып яна≫. ≪Э?ел?й бул?ан≫ ат?а анды? ?л?нене? т?н?тм??ен эсер?л?р. Анды? эсе китк?н ат?а ла килеш?. Шу?а ≪анды? бар?а ат ?лм??≫ тиг?н ?йтем бар.
  • Ат ?ат?анда хужа ?атып алыусы?а уны й?г?не мен?н тоттора. ?ото китм??ен тип малды а?бар?ан арты мен?н сы?аралар. ?ат?ан кеше л?, ал?аны ла бер-бере?ен? та?тамал биреш?.
  • Малды йомарт кешен?н ал?а?, у?а. Кешене? ?улы ауыр бул?а, у?а ?ат?ан мал ки?г?й (?улый): ялы-?ойро?о б?т?, к????ре ыу?ы?а.
  • ?ат?ан са?та малды? ?отон алып ?алалар. ?урала ?ал?ан мал ???лм??ен ?с?н ?с тап?ыр ≪?отомдо алам≫ тип ?абатлай?ар. ?ырт буйынан, ?ола? т?б?н?н ?с м?рт?б? бер?р семтем й?н йол?оп, ?ура еген? ?ы?тыралар. Кеше ?улынан мал ал?ас, арт?а ?арар?а ярамай, ю?и?? ал?ан малы? ?рсем?е? була.
  • Ш?лг?нд?н ала-?ола, сыс?ан ?ыртлы (ар?а буйына ?ара ?ы?ат) мал сы??ан. Шундай йыл?ы малы ?рсемле, ?отло була.

Ай?ыр?ар?а тыу?ан ?й?р, тыу?ан т?б?к той?о?о к?сл? була. Шу?а ла борон юл?а сы??ан кеше мотла? ай?ыр эй?рл?г?н. Бер-бер х?л бул?а й?ки, барып етк?с, атты кире ?айтарыр?а к?р?к??, ??ен сы?арып еб?рг?нд?р, ул ?йл?неп ?айт?ан. Й?й??ле ?уна?ты ла ай?ыр мендереп о?ат?андар. Мал?ай шулай у? боролоп ?айт?ан.

М???лд?р [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  • Ар?ыма? менг?н арыма?
  • Аты бар?ы? ?анаты бар
  • Йыл?ы ? малды? батша?ы
  • Тай ат?а еткерер, ат морат?а еткерер

Эпостар?ан ?лг?л?р [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

≪Алтын ?ойро?, к?м?ш ял≫ тиг?н ?ки?тт?ге тылсымлы толпар?ан к?н д? к?р? й?р?г?н екке, менге, ?у?ым, ?ауын йыл?ылары ?ис т? к?м т?гел.

«

Ер ??т?нд?, ер а?тында ?
Ипт?ш булыр ??р урында:
Ту??аны?да йылы?ын бирер,
Ян?аны?да ?ал?ын ?р?р:
Асы??анда ? туйындырыр,
Сарса?анда ? ?ыу эсерер.

»

Геральдика [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

Ата?лы ун ат [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

???би?тт? ??м ысынбарлы?тамы, тарихта т?рл? сифаттары буйынса таныл?ан аттар бар.

  • И? м??жиз?ле ат ? баш?орт эпостарында?ы А?бу?ат . Ул ? ?ола?ын бе???й ?а?а?ан, ялын ?ы??ай тара?ан, ?арсы?а т?шле, муйыны бер ?оласлы, й?гереклеге ?ынал?ан, ?уш й?р?кле ярал?ан, ел??, ?оштай елпенеп, тоя?ы ерг? тейм?г?н, ел д? ?ыуып етм?г?н, ??т?нд?ге батырын яу?а ташлап китм?г?н толпар.
  • И? ?ыйыу ат ? борон?о и? ?ур донъя империя?ы батша?ы Александр Македонский?ын Буцефал ?ушаматлы аты. Ул бер н?м?н?н д? ?ур?ма?ан. ?? к?л?г??ен?н ген? ?рк?р бул?ан.
  • И? вазифалы, т?р? ат ? Рим императоры Гай Калигуланы? аты. Был ат?а, хужа?ыны? бойоро?о буйынса, сенатор д?р?ж??е бирел?.
  • И? ??ж?п ат ? к?ренекле я?ыусы Корней Чуковский?ы? геройы ? Айболит табипты? ду?ы Тянитолкай ? Тарттаэт. Ул ? ике башлы.
  • И? са?ыу ат ? француз я?ыусы?ы Александр Дюма геройы ? мушкетер Д' Артаньян аты. Ул к??г? ?айын япра?ы ке?ек, ?ап-?ары т??т? була.
  • И? ябы? ат ? испан ??ибе Сааведра Сервантесты? "Дон Кихот"ында?ы Росинант. Ул тире тарттырыл?ан ??й?кт?р??н ген? тора, д?рт ая?ына ла а??ай.
  • И? м?керле ат ?? Троя аты . Ри??й?т буйынса, ахей?ар Троя?а ?аршы ?у?ыш?анда, уны? ?ап?алары ?аршы?ына а?ас ат килтереп ?уя. Атты ?ала хал?ы ??е ?ап?анан алып ин?. А?ас атты? эсен? яугир?ар ултыртыл?ан була. Улар т?нд?, ?ап?алар?ы асып, ?ала?а ??ск?р индер?. Шунан был атты? яманаты тарихта ?ала.
  • И? ?лемесле ат ? Кен?з Олег аты. Кен?з ?лг?н атыны? баш ??й?ге эсенд? ят?ан йылан са?ыуынан вафат була.
  • И? б?л?к?й ат ? уры? ?ки?тт?ренд?ге Горбунок ? К?мр?к?й. Ул ?с ?арыш бейеклект?, д?й?неке ке?ек, ике ?рк?сле.
  • И? ?ыра?ай ат ? Пржевальский аты. Тарпан?а о?шаш ат элек Джунгария с?ллект?ренд? й?ш?й, х??ер зоопарктар?а ?ына бар

?ы?ы?лы м??л?м?тт?р [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  • Баш?а йорт малына ?ара?анда, атты? й?р?ге ?урыра? була. Уртаса ауырлы?ы ? 3,5-4,5 килограмм.
  • Тик тор?анда атты? й?р?ге минутына 28-44 тап?ыр тиб?, ауыр й?к тарт?анда ул 130-?а барып ет?.
  • Аттар алы?тан к?рм?й, 500 метр?а тиклем ген? асы? т??м?рл?й. Шуны? ?с?н д? ≪?ур?а?тар≫. ?мм? улар башын бормайынса ла 360 градус?а ет? я??ансы к?р?. ?йтерг? к?р?к, т?нд? б?л?к?й ген? н?м?не? д? т???н, ?ынын айыралар. Был инде т?н?н юлды, ашар а?ы?ты табыр?а яр?ам ит?.
  • Атты? и? ?и?гер ере ? иренд?ре, айырыуса ??к?л?ре. Унда нервы система?ы мен?н туранан-тура тиерлек тоташ?ан ?ылдар бар.
  • Аттар?ы? тойоу к?с? ифрат ?ур. Тоя?ы мен?н д? юлды к?р?л?р.
  • Ишете?е л? кешенекен?н к?сл?р?к. Улар алы?та?ы ультратауыштар?ы, ?й?р киле?ен, тау-таш емереле?ен ??м баш?алар?ы ишет?.
  • Аттар кеше тауышын ?ына т?гел, интонациялар?ы ла айыра. ?г?р ?ыс?ыр?а?, ?рл????, пульсы йышая.
  • Е? тойоу к?с? л? ?ур: ?лл? ?ай?ан ?олонон таба, ??ене? й?г?нен бел?, а?ы? т?рл?й.
  • Баш?орт , ?а?а? , ?ыр?ы? халы?тарында х?рм?тле ?уна?ты йыл?ы ите мен?н ?ыйлау йола?ы борондан бул?ан. ? бына уны ашау Р?с?й?? р?сми р??ешт? ? 1867, Данияла  ? 1830, Австрияла  ? 1854, Францияла  ? 1866, Германияла  ? 1879, Англияла 1883 йылда у? тыйыл?ан. Х?йер, х??ер ни аша?а? да барыбер…
  • К?к (ап-а?) т??т?ге?е тыу?ас та бер нис? ай эсенд? саллан?ан мал ул. Тыумыштан у? а? й?нл? ?олондар ? бик ?ир?к к?ренеш.

Шулай у? ?ара?ы? [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

И?к?рм?л?р [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  1. 1,0 1,1 Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Баш?орт телене? академик ???леге:10 томда. Т.IV. (Й?К х?рефт?ре) / Ф.?.Хисаметдинова редакция?ында. ? ?ф?.:Китап. 2012. ? 944 б. ? 211-се бит.

Сы?ана?тар [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

???би?т [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]

  • Матюшин Г. Н. Археологический словарь. ? М.: Просвещение: АО ≪Учеб. лит.≫, 1996. ? 304 с.: ил. ISBN 5-09-004958-0 .
  • Ливанова Т. К. , Лошади. ? М.: ООО ≪Издательство АСТ≫, 2001. ? 256 с.
  • Энтони Д., Телегин Д. Я., Браун Д. , Зарождение верховой езды // В мире науки, 1992. № 2.
  • Гамкрелидзе Т. В., Иванов В. В. , Миграции племён ? носителей индоевропейских диалектов ? с первоначальной территории расселения на Ближнем Востоке в исторические места их обитания в Евразии // Вестник древней истории, 1981. № 2.
  • Клягин Н. В. , Происхождение цивилизации (социально-философский аспект), ЦОП Института философии РАН. ? М., 1996.
  • Mircea Eliade , Histoire des croyances et des idees religieuses. Tome I. De l’age de la pierre aux mystere d’Eleusis. P.: Payot, 1976. ? М.: Критерион, 2002.
  • Галлямов С. А. ≪Великий Хау Бен (Исторические корни башкордско-английского языка и мифологии)≫. ? Издательство ≪Башкортостан≫: Уфа, 1997, ISBN 5-8258-0098-0 .
  • Deb Bennett. Conquerors: The Roots of New World Horsemanship. ? Solvang, CA : Amigo Publications, Inc., 1998. ? 422 с. ? ISBN 9780965853309 .   (инг.)
  • В.В. Калашников, И.Ф. Драганов, В.Г. Мемедейкин. Кормление лошадей: учебник. . ? М .: ГЭОТАР-Медиа, 2011. ? 224 с. ? ISBN 978-5-9704-1977-9 .

?ылтанмалар [ ??г?ртерг? | сы?ана?ты ??г?рте? ]